Эксперт: һәр диалект йәшәүгә хоҡуҡлы

Эксперт: һәр диалект йәшәүгә хоҡуҡлы

Башҡортостанда яңы ойошма барлыҡҡа килде. Көньяҡ- көнбайыш төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ “Без — башҡортлар” ойошмаһын булдырҙы. Һүҙ һөйләп кенә йөрөмәй уның ағзалары, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙ йолалары, эш-ғәҙәттәре, һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп алғандар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Туймазы районының Япрыҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы полковник Ғәни Ғәлимовтың хәтер таҡтаташы асылды. Шул сара айҡанлы Туймазыла «Без — Башҡортлар» ойошмаһы йәштәр өсөн патриотик сара ойошторҙо — мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт уғынан атыш ярыштары уҙғарҙы. Быға тиклем оҡшаш саралар Илештә лә үткәйне. Шулай итеп, «Без — башҡортлар» ижтимағи ойошмаһы халыҡты үҙ тарихын, тамырҙарын белергә әйҙәй. “Асыҡ студия”ла ойошманың етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Стратегик тикшеренеүҙәр институның Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.

Бәйтулла Фаткуллин: Белеүебеҙсә, был беренсе сара түгел.

Радик Бәхтиев: Беренсе бындай патриотик сара Нефтекама ҡалаһында үтте — Краснокама һәм Янауыл районы йәштәре ҡатнашты, Үрге Йәркәйҙә Илеш районы башҡорттары ярышты һәм Туймазыла уҙғарылған сарала Буздяк һәм Туймазы уҡыусылары ҡатнашты. Был патриотик сараларҙы уҙғарыр өсөн матди ярҙам һәм инструкторҙар тәмин иткән — Нефтекамалағы «Ягуар» казак охранаһы ойошмаһына ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп сығырға кәрәк, әлбиттә. Йәштәр уҡ атыуына ҡыҙыҡһыналар, тағы үткәрергә теләйҙәр.

Бәйтулла: Ҡайҙан килә тарих менән, тамырҙар менән ҡыҙыҡһыныу?

Р.Б.: Тарих менән ҡыҙыҡһыныу бәләкәй саҡтан уҡ бара. Профессиональ рәүештә шөғөлләнеү һәм бигерәк тә ижтимағи ойошмаларҙа ҡатнашыу бер ун йылдан барҙыр — Салауат Ишмухаметович Хамидуллин менән танышыу менән башланды. Башҡорт ырыуҙары тарихы китаптары эшен башлағанда уның командаһында булдым.

Ике йыл элек Программа поддержки местных инициатив буйынса мин төнъяҡ-көнбайыш райондары кураторы булдым. Һәм шунда йыйылыш үткәргәндә ме, инициативаларҙы билдәләгәндә ме гел иғтибар иттем — беҙҙең яҡтарҙағы халыҡ үҙенең башҡортлоғон, был ергә хужа булғанын, тарихи аҫабалығын онотмаған. Йыйылыштарҙа, тауыш биреүҙә был теге йәки был рәүештә үҙен күрһәтә ине.

Шунда уҡ райондарҙа йөрөгәндә, әлбиттә, кешеләр менән танышып йөрөнөм. Һәм минең менән бер фекерҙә булған яҡташларҙы ла таптым. Теге-быныһы тигәндә чаттарҙа, форумдарҙа яҙыштыҡ, осраштыҡ та. Әммә бишенсе Бөтөн донья ҡоролтайы килеп еткәндә егеттәр миңә «Әйҙә, Радик, подпольенан сығайыҡ» тинеләр. Ҡоролтайҙың икенсе көнөндә Торатау тирәһендә йыйылыштыҡ. Асҡын районының тирмәһе беҙҙе ҡунаҡ итте лә — шунда уҡ «Без башҡортлар» ижтимағи ойошма булдырырға билдәләнек.

Башта үҙ инициативабыҙ менән йөрөнөк, «Ягуар» казак охранаһы һәм уның етәксеһе Фагим Ягафарович Низамов ныҡ ярҙам итте ул саҡта ла. Шунан ғалим егеттәр менән бергә Башҡортостан Башлығы иғлан иткән тыуған телдәрҙе һаҡлау грантына мөрәжәғәт итеп унан да ярҙам ала башланыҡ.

Шулай итеп «Без башҡортлар» әлеге хәлгә килеп етте. Әлбиттә, урындағы халыҡтың башҡорт үҙаңы булмаһа был хәрәҡәттәр бер нәтижәгә килмәҫ ине. Ике йылдан ашыу беҙ был фекерҙе йөрөттөк — Торатау битләүендә был ойошмаға исем генә ҡушырға ҡалған ине.

Мин ППМИ буйынса күп йөрөгәс шуға иғтибар иттем — беҙҙең яҡтарҙа һөйләшелгән тел айырмалы. Татар теле лә беҙгә тап килмәй, әҙәби башҡорт теленән дә беҙ айырылабыҙ. Шунан ғына белдем, беҙҙең тыуған телебеҙ — тап башҡорт теленең үҙе. Быны яҡташыбыҙ Ғәли Соҡрой ҙа билдәләгән, йәнә яҡташыбыҙ Шәйехзада Бабич та был телдә шиғырларын яҙған, Башҡортостан Республикаһын булдырыуында мөһим роль алған Илдархан Мутин да фармандарын беҙҙеңсә яҙған — төнъяҡ-көнбайыш башҡортсаһында.

Тарихыбыҙ бай, аҫабалыҡты ла онотҡан түгелбеҙ. Әйтәйек, Илеш районында ғына нисә ырыу вәкилдәре йәшәй: Гәрәй, Ҡырғыҙ, Елан, Елдәк.

Милләттең үҙаңын нығытыуҙа Башҡорт ырыуҙары тарихы йыйынтығы ныҡ ярҙам итә — тарихы менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп, бигерәк тә йәштәр һәм урта йәштәгеләр.

Юлдаш Йосопов: Оло Башҡортостан сиктәрендә лә был ҡыҙыҡһыныу уяныр тип уйлайым. Әле беҙ Башҡортостан тигәнебеҙ — Оло Башҡортостандың моғайын биштән бер өлөшө генәлер. Силәбе, Пермь,

Екатеринбург, Ырымбур, Кама йылғаһына хәҙәре Көнсығыш Татарстан, Һамар, Һарытау өлкәләре, Ҡурган — былар бөтәһе лә тарихи башҡорт ерҙәре, аҫаба статусына эйә территория. Быны Башкирия тип атауҙа тарихсылар хата күрмәй, сөнки тап ошо Оло Башҡортостан тигән ерҙәребеҙ урта быуат карталарында Паскарти тип билдәләнә торғайны.

Оло Башҡортостандың мөһим бер өлөшөндә Төнъяҡ-Көнбайыш башҡорттары хужа. Татарстандың Аҡтаныш, Миңзәлә, Лениногорск районы, Ютазы, Баулы, Удмурт республикаһының бер өлөшө лә инә. Уларҙың тел үҙенсәлектәрен күҙ алдына алып 1930-сы йылдарҙа ла, 1950-се йылдарҙа ла уларға хас диалектты танырға тип ғалимдар һүҙ ҡуҙғалтты. Тик белеүебеҙсә, ул ваҡыттағы коммунист идеологияһы башҡорт һәм татар телдәрен айырым тотоу йүнәлешле булған. Ниңә тигәндә? Ике бер береһенә оҡшамаған халыҡты йәнәһе совет дәүләте берләштерә алды.

Бәйтулла Фаткуллин: Ҡайһы бер сәйәсмәндәр ул яҡтағы башҡорттарҙы миф тиҙәр.

Радик Бәхтиев: Әйтергә теләүселәр бар, әлбиттә. Көндә тигәндә бындайҙар менән осрашырға тура килә. Һәр береһенең үҙ сәбәптәре бар. Тик ябай халыҡтың быны ҡабатлау күберәк наҙанлыҡтан бит, белмәүснлектән. Марихи сығанаҡтарҙы ентекләп тикшергән ғалимдарҙың яҙмалары ябай кешенән алыҫ, ҡайһы мәғлүмәтте улар ауыр ғилми тел менән яҙалар. Сәйәсмәндәр иһә күрше әбейе телендә хәбәр еткерәләр — ҡолаҡҡа ятып тора, көндә биш-ун мәртәбә ҡабатланып та тора.

Әле булған хәл. Ауылдағы бер уҡытыусы «Ошо ауылға татарҙар Иван Грозныйҙан һәм суҡындырыуҙан ҡасып килгәндәр» ти. Тик уларҙың ауыл музейында ғына архив яҙмаларының копиялары күрһәтелеп тора — унда ап асыҡ ауылға беренсе татар ғәиләһе 1750-се йылдарҙа килгәне яҙылған. Ошондай документтар ҡулда булып нисек алданып була — шуға аптырайым, әлбиттә.

Юлдаш Йосопов: Миф тигәндә шул мифты әйтеп сығыр кәрәк: йәнәһе бында булған татарҙар Иван Грозный дәүерендә ҡасып килгән татарҙар. Был асыҡтан асыҡ миф. Бер ниндәй ҙә күмәртә күсеү булмаған. Бында йәшәгән халыҡ борондан бында йәшәгән һәм әлеге татарҙарҙың 80 процентының Ҡазанға бер бәйләнеше булмаған. Башҡортостан татарҙарының 60 проценты мишәрҙәр, 20 процент тирәһе — типтәрҙәр (улар эсендә башҡорт типтәрҙәре лә булған) һәм бары тик 20 проценты Ҡазан яҡтарынан килгәндәр.

Радик Бәхтиев: Был «татарлашыу»ҙа тел факторы ла барҙыр. Әйтәйек, телебеҙ әҙәби башҡорт теленә оҡшамағаны өсөн беҙ — мин үҙем дә — мәктәптә татар телен туған тел тип уҡыныҡ. «Башҡалабыз Ҡазан» тип яҙылған ине китаптарыбыҙҙа. Әле күп кенә яҡташтарымдың үҙаңдары уянған. Мин, әлбиттә, үҙем белгән, һөйләшкән кешеләр тураһында ғына әйтә алам — белмәгәндәр ҙә бар, әлбиттә. «Шәжәрә» ойошмаһы әҙерләгән китаптарҙы алалар, тағы һорайҙар, белешәләр.

Бәйтулла Фаткуллин: Халыҡ иҫәбенә килгәндә. Әле илебеҙҙә 54 халыҡтың теле юғалыу сигендә тора тигән мәғлүмәт бар. Беҙгә был янамай мы? Әгәр беҙ шулай диалекттарға бүленеүҙе дауам итһәк?

Юлдаш Йосопов: Бының хәүефе түгел, киреһенсә ыңғай яҡтары бар тигән фекерҙәмен. Диалекттар телде байыта. Беҙҙең әҙәби телебеҙ бар — ул рәсми рәүештә дәүләт теле. Ләкин уның бер нисә төбәк варианттары бар һәм шул варианттарҙың иң олоһо көнбайыш диалекты булып тора. Ул төбәк теле. Һәм бүтән төбәк диалекттары әҙәби телде, дәүләт телен байытҡан һымаҡ ул да телебеҙҙе тулыландыра, байыта, яңы матурлыҡ өҫтәй. Ул диалекттар, әҙәби телдең нигеҙенә ятҡан диалект та, бөтәһе лә боронғо төрки телебеҙҙең диалекттары булған.

Әлеге мәлдә көнүҙәк мәсәлә иң сағыу рәүештә төнъяҡ-көнбайыш диалектын таныуҙа тора. Әҙәби тел, дәүләт теле — уның статусы айырым һәм диалектты таныу, диалектта китаптар, гәзит сығарыу, йыр яҙҙырыу, тапшырыуҙар эшләү — ул әҙәби телде байытыр өсөн кәрәкле саралар, сөнки башҡорт халҡының өстән бер өлөшө тап ошо диалектта һөйләшә.

Ләкин дәүләт теленең статусына был бер нисек тә ҡағылмай. Көнбайыш илдәрендә был практика бар. Әйтәйек, Германияла бер нисә диалект булыуына ҡарамаҫтан әҙәби тел бер генә. Бөйөк Британияла Уэльс төбәгенең диалекты шул уҡ статуста. Норвегияла шулай уҡ. Донъяла алдынғы практикалар бар.

Бәйтулла Фаткуллин: Дим буйы һөйләшен алғанда — уны ла инҡар итмәйбеҙ бит. «Һин»де «Ҫин» тигәндәр әҙәби телде кәметмәй, әлбиттә. Шулайҙыр?

Юлдаш Йосопов: Ысынлап та, әлеге әҙәби тел ике диалект нигеҙендә ҡоролған. Был, башҡорт һәм татар телдәрен булдырған ваҡытта эшләнгән. Сәбәбе — татар теленән мөмкин хәҙәре айырылған әҙәби ҡанон булдырырға кәрәккәне. Әлеге төнъяҡ-көнбайыш диалектын ятһыныуыбыҙ ҙа шул заманаларҙан ҡалған стереотип.

Радик Бәхтиев: Тик заманалар үҙгәрә. Әйтәйек, ун йыл элек күҙ алдына килтереп булмаҫ ине мин Юлдаш радиоһында үҙемдең тыуған телемдә һөйләшеп тапшырыуҙа ҡатнашасағымды. Әле миңә «һин башҡортса һөйләшмәйһең» тигән кеше Уфала юҡ.

Бәйтулла Фаткуллин: Радик Рәлиф улы, һеҙҙе билдәле шәхестәрҙең варисы тип тә беләбеҙ. Илдархан Мутин тоҡомонан булаһығыҙ. Республикабыҙҙы ҡороусы билдәле шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү эштәре нисек алып барыла?

Радик Бәхтиев: Аллаға шөкөр, был эш тә алып барыла. Татарстандың Аҡтаныш районында Мутиндарға арналған таҡтаташ асылды һәм быйыл Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә делегация уларҙы иҫкә алып зыярат иттеләр.

Бәйтулла Фаткуллин: Халыҡ иҫәбен алыу темаһына ҡайтайыҡ. Беҙҙә ҡатнаш никахтар күп. Башҡорт ҡыҙы, татар егете бергә ғәилә ҡорҙолар — улар балаларын ниндәй милләттә яҙырға тейеш?

Юлдаш Йосопов: Әлбиттә, быны ата-әсәһе билдәләргә тейеш. Беҙ иһә үҙебеҙҙең мәғрифәтселек бурысын шунда күрәбеҙ: беҙ аңлатырға тейешбеҙ тарихты, булғаныбыҙҙы, ҡайҙан килгәнебеҙҙе. Ҡалғанын кеше үҙе генә билдәләй ала. Һәм үҙе генә билдәләргә тейештер ҙә.

Радик Бәхтиев: Мин әйттем инде — күп кеше менән эш буйынса ҡатнашҡас тормоштан миҫалдар менән гел осрашам. Тыуған ауылымдан бер абзыйым «Һине Илеш телевидениеһында күрҙем, бик шәп эш ойошторғанһығыҙ — йәштәргә уҡтан атыу өйрәтәгеҙ. Тик бер яңлышың бар, — тигән була, — беҙ бит башҡорт түгел». Мин ул абзыйҙың шәжәрәһен белгәс: «Әлбиттә, һеҙ үҙегеҙҙе нисек беләһегеҙ — уны үҙегеҙ билдәләйһегеҙ. Тик мин архив сығанаҡтарынан шуны беләм: һинең ата-бабаларың башҡорт. Атайыңдың атаһы үҙен башҡорт тип яҙған, унан алдағылар ҙа үҙҙәрен башҡорт тип йөрөгәндәр. Ә инде хәҙер һин бүтән милләттән булырға теләнең икән — уға мин каршы сығалмайым, әлбиттә» — тинем.

Бәйтулла Фаткуллин: Уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙары ла күрһәтте — кешеләр ике телде йәки бүтән телде тыуған тел тип яҙалар. Ошондай күренеһкә ҡарашығыҙ нисек?

Радик Бәхтиев: Беренсенән тел — милләт түгел. Әлбиттә, мөһим бер фактор, тик үҙаң унан өҫтөнөрәк. Күпме билдәле кешеләр тыуған телдәрендә һөйләшә алмаһалар ҙа үҙҙәрен башҡорт, татар йәки ҡаҙаҡ тип һанайҙар.

Бәйтулла Фаткуллин: 2010 халыҡ иҫәбе лә быны тоғролай. Рәсәйҙә 154 милләт йәшәй һәм улар 277 телдә (диалекттарҙы ла иҫәпкә алғанда) һөйләшә. Башҡорт теле әле дүртенсе урында. Моғайын, башҡорт теле тағы бер диалекты менән байыһа беҙҙең позициябыҙ тағыла нығыныуына ышанабыҙ.

Поделиться ссылкой:

Газиз Юсупов

Добавить комментарий